Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 17:26

Тамара менән Хисмәтулла әҙәби сәфәрҙәр ярата. Шуға уларҙы Өфөлә тура килтереүе анһат түгел.

Март айында Ҡырғыҙстанда булдылар, апрелдә Ҡаҙанда Туҡай байрамында ҡатнаштылар. Тамара Ишбулды ҡыҙы осрашыуҙарға барып ҡына ҡалмай, “Аҡбуҙат”ты мөхәррирләргә, һоҡландырғыс шиғырҙар яҙырға ла өлгөрә. Яңыраҡ Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда Тамара Юлдашева төрки телле яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында ҡатнашты һәм “Башҡорт шиғриәтендә яугир шағир рухы: Урал батыр, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим” тигән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.

Март айында Ҡырғыҙстанда булдылар, апрелдә Ҡаҙанда Туҡай байрамында ҡатнаштылар. Тамара Ишбулды ҡыҙы осрашыуҙарға барып ҡына ҡалмай, “Аҡбуҙат”ты мөхәррирләргә, һоҡландырғыс шиғырҙар яҙырға ла өлгөрә.
Яңыраҡ Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда Тамара Юлдашева төрки телле яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында ҡатнашты һәм “Башҡорт шиғриәтендә яугир шағир рухы: Урал батыр, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим” тигән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Нур-Солтан ҡалаһы, форумдағы үҙ-ара аралашыу шағирәгә ифрат оҡшаны.
– Ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә күпләп йәштәр килә, - тине Тамара Ишбулды ҡыҙы. – Үҙҙәре аҡыллы, белемле, талантлы, ҡыйыуҙар. Ҡаҙаҡ, рус, инглиз, төрөк телдәрендә еңел аралашалар.
Тамара Юлдашеваның форумдағы сығышы иғтибарҙан ситтә ҡалманы, шағирә Лев Гумилев исемендәге Евразия милли университетының “Күлтәгин” миҙалына лайыҡ булды.
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тамара менән Хисмәт Юлдашевтар бөгөн сираттағы сәфәргә әҙерләнә. Уларҙы Ырымбур өлкәһендә көтәләр.
Хәйерле юлдар һеҙгә юлдаш булһын, хөрмәтле Юлдашевтар!
Читайте нас: