Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Маҡсат – кешеләр иҫән-һау булһын һәм оҙаҡ йәшәһен.

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Маҡсат – кешеләр иҫән-һау булһын һәм оҙаҡ йәшәһен. Бөгөн республика кардиология үҙәге эргәһендә хирургия корпусы төҙөлә башланы. Төҙөлөш эштәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров фатиха бирҙе. Төҙөүсе ойошма – “Фирма СУ-10” быйыл корпусты төҙөп бөтөрөргә, ә 2020 йылдың аҙағына дауахананы файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Яңы корпус төҙөлөп бөткәс, әлеге кардиология үҙәгендә ремонт эштәре башланасаҡ. Яңы корпус төҙөлөшө, килешеүгә ярашлы, 2,62 миллиард һумға төшәсәк... #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Бөгөн республика кардиология үҙәге эргәһендә хирургия корпусы төҙөлә башланы. Төҙөлөш эштәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров фатиха бирҙе. Төҙөүсе ойошма – “Фирма СУ-10” быйыл корпусты төҙөп бөтөрөргә, ә 2020 йылдың аҙағына дауахананы файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Яңы корпус төҙөлөп бөткәс, әлеге кардиология үҙәгендә ремонт эштәре башланасаҡ. Яңы корпус төҙөлөшө, килешеүгә ярашлы, 2,62 миллиард һумға төшәсәк.
Әгәр яңы корпусты Радий Хәбиров үҙе юлламаһа, төҙөлөш эштәре быйыл да башланмаҫ ине. Сөнки был хаҡта һүҙҙәр 2012 йылдан бирле бара, конкурс процедураһы ғына ике йыл ярым дауам иткән. Ниһайәт, республика етәкселегенең теләктәшлеге менән төҙөлөштө финанслау мәсьәләһе хәл ителгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, ҡалаларҙа ике поликлиника төҙөлә, бынан тыш ауылдарҙа 25 фельдшер-акушер пункты ишектәрен асасаҡ. Туймазы, Дуртөйлө ҡалаларында, Языково район үҙәгендә яңы дауаханалар төҙөлә.
Читайте нас: