Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 09:15

Грузиндар еңел һулап ҡуйҙы. Мәскәү-Тбилиси самолеттарының оса башлауы ихтимал.

Грузиндар еңел һулап ҡуйҙы. Мәскәү-Тбилиси самолеттарының оса башлауы ихтимал. Рәсәй Президенты Владимир Путин Грузияға ҡаршы иҡтисади санкцияларҙы индерергә теләмәүе хаҡындағы хәбәр грузиндарҙы телһеҙ ҡалырға мәжбүр итте. Шундай оятһыҙ аҙымдарҙан һуң да түҙемле Рәсәйҙең һәм уның Президентының үс алырға теләмәүе ҡыҙыу ҡанлы грузиндар өсөн ғөмүмән ят күренеш. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Грузияға ҡаршы иҡтисади санкцияларҙы индерергә теләмәүе хаҡындағы хәбәр грузиндарҙы телһеҙ ҡалырға мәжбүр итте. Шундай оятһыҙ аҙымдарҙан һуң да түҙемле Рәсәйҙең һәм уның Президентының үс алырға теләмәүе ҡыҙыу ҡанлы грузиндар өсөн ғөмүмән ят күренеш.
Ул ғына етмәне, хәҙер грузиндар самолеттарҙың Рәсәй менән Грузия араһында оса башлауына иҫәп тота. Сөнки бөгөн Грузияның фәҡир ҡаҙнаһы бай һәм йомарт рәсәйлеләрҙең сәфәргә килеүенә өмөт итә. Әлеге көндәрҙә Грузия ҡунаҡханаларында Рәсәйҙән килгән туристар юҡ. Ҡунаҡхана хужалары көн һайын арта барған юғалтыуҙарҙы һанай һәм ҡыҙыу ҡанлы радикалдарҙы әрләй.
Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков: “Самолеттар оса башлаясаҡ, ләкин әле түгел”, – тип ышаныс уятып ҡуйҙы.
Ҡунаҡ ҡабул итер алдынан тәүҙә өйөңдө йыйыштырып, үҙеңде тәртипле тоторға өйрәнергә кәрәк. Был тәҡдим бөгөн грузиндар өсөн бик бик мөһим.

Читайте нас: