Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2019, 12:34

Алма-атала Мостай Кәрим исемендәге урам. Ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ шағирыбыҙҙы ярата.

АЛМА-АТАЛА МОСТАЙ КӘРИМ ИСЕМЕНДӘГЕ УРАМ. ҠАҘАҠ ДУҪТАРЫБЫҘ ШАҒИРЫБЫҘҘЫ ЯРАТА. Күптән түгел Ҡаҙағстандың элекке баш ҡалаһы Алма-атаның иң матур урамдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең исеме бирелде. Ҡаҙағстанда Мостай Кәримдең ижадын яраталар, яҙыусының барлыҡ әҫәрҙәре лә тип әйтерлек ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән, тиҫтәләрсә китабы сыҡҡан. Шағир үҙе ҡаҙаҡ яҙыусылары менән дуҫ булды, Алма-атаға бер нисә тапҡыр үҙе килде һәм төрлө сараларҙа ҡатнашты.

Күптән түгел Ҡаҙағстандың элекке баш ҡалаһы Алма-атаның иң матур урамдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең исеме бирелде.
Ҡаҙағстанда Мостай Кәримдең ижадын яраталар, яҙыусының барлыҡ әҫәрҙәре лә тип әйтерлек ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән, тиҫтәләрсә китабы сыҡҡан. Шағир үҙе ҡаҙаҡ яҙыусылары менән дуҫ булды, Алма-атаға бер нисә тапҡыр үҙе килде һәм төрлө сараларҙа ҡатнашты.
Был юлы урамға Мостай Кәрим исемен биреү менән бәйле тантанала шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: