Республика етәксеһе Радий Хәбиров заманында бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең алтын һәм көмөш ҡалаһы исеменә лайыҡ булған Стәрлетамаҡта булды һәм күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡайтты.
Радий Хәбиров иң тәүҙә ҡаланың станоктар төҙөү заводы менән танышты. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Одессанан күсерелгән завод бөгөн Рәсәйҙә иң күп станоктар етештергән предприятие. Заманса станоктар Рәсәй ҡалаларында үҙен һынатмай, хатта сит илдәрҙә лә ихтыяж бар.
Республика етәксеһе “Башҡорт ихатаһы” менән танышты, яңы ремонтланған подъездарҙы ҡараны. “Бөгөн мин үҙемде, ысынлап та, бәхетле тоям”, - тине Радий Фәрит улы. “Стәрлетамаҡта мин күрергә теләгән маҡсаттар тормошҡа ашырыла һәм ул ҡала халҡын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәсәк”.
Стәрлетамаҡ етәкселәре ҡаланың иҫке биҫтәһен дә ремонтлаған, бында бик уңайлы ял майҙаны барлыҡҡа килгән. Йәштәр, өлкәндәр өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған.
Республика етәксеһе ҡаланың икмәк комбинатында етештерелгән продукция ассортименты, хаҡтар менән танышырға ваҡыт тапты. Балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүҙе яйға һалыуҙы бер нисә ай элек Радий Хәбиров үҙе тәҡдим иткәйне. Стәрлетамаҡтар был эште тиҙ арала яйға һалған һәм продукция менән эргәләге дүрт ҡаланы һәм райондарҙы тәьмин итәсәк. Радий Хәбиров,был һөт ризыҡтарын үҙем рекламалауҙан баш тартмаҫ инем, тип билдәләне. Иң мөһиме, әсәйҙәргә һәм уларҙың балаларына оҡшай.
Алтын ҡала үҙенең элекке традицияларын һаҡлай икән. Эйе, бында эшләй ҙә, ял да итә беләләр. Өйрәнерлек тәжрибә лә етерлек. Әле иҫкә алған “Башҡорт ихатаһы”, подъездарҙы ремонтлау буйынса өйрәнергә барлыҡ республиканың йыйылыуҙарын көтөгөҙ.