Кисә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Өфө-Аэропорт юлында төҙөләсәк яңы күперҙең нигеҙ ташын һалды. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, күпер ике йыл да ете айҙан сафҡа инәсәк, уны төҙөүгә 3, 5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
“Күперҙәр һәр ваҡыт бик ҡиммәткә төшә, уларҙы төҙөү һәм ремонтлау буйынса артабанда эшләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, пассажирҙар ағымының күбәйеүе менән бәйле, Өфө көс-хәл менән тын ала”, - тине Радий Хәбиров.
“Рәсәйҙә иң оҙон юлдар Алтайҙа һәм Башҡортостанда. Район үҙәктәренән ауылдарға алып барған юлдарҙы иҫәпкә алһаҡ, төҙөлөштө йылдан-йыл арттырырға тура килә. Башҡортостан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын үтәйәсәк”, - тип билдәләне республика етәксеһе.