Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 08:00

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Демография мәсьәләһе Рәсәйҙең киләсәген хәл итәсәк.

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнеүе бик ихтимал. Сөнки 2019 йылдың тәүге яртыһы күрһәткестәре һис тә ҡыуанырлыҡ түгел. Рәсәйҙә тыуым күрһәткесе һуңғы ун йылда иң түбән кимәлгә еткән һәм дөйөм коэффициенты 1,58 тәшкил итә. Был коэффициент “Демография” милли проектын планлаштырғанда алынған һандарҙан да түбәнерәк. #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнеүе бик ихтимал. Сөнки 2019 йылдың тәүге яртыһы күрһәткестәре һис тә ҡыуанырлыҡ түгел. Рәсәйҙә тыуым күрһәткесе һуңғы ун йылда иң түбән кимәлгә еткән һәм дөйөм коэффициенты 1,58 тәшкил итә. Был коэффициент “Демография” милли проектын планлаштырғанда алынған һандарҙан да түбәнерәк.
2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса яңы тыуғандар һаны 9,1 процентҡа кәмегән. Эксперттар билдәләүенсә, был күрһәткес 20 йәштән алып 29 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәмеүе менән бәйле. Иҡтисадта тотороҡлолоҡтоң булмауы йәш ғаиләләрҙе тәүге бала табыуҙан туҡтатып тора. Хәҙер Рәсәйҙә беренсе бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше 28-гә етте. Бының сәбәбе шунда – 90-сы йылдарҙың иҡтисади мәхшәре осоронда балалар аҙ тыуҙы.
Был хәлдән сығыу юлы бармы? Бар, тиҙәр белгестәр. Бының өсөн
“Демография” милли проектында ҡаралған дәртләндереү сараларын, йәғни,
сығымдарҙы күберәк файҙаланырға кәрәк. Башҡа сара юҡ, сөнки былтыр Рәсәйҙең ете
төбәгендә генә тыуым артҡан.
Читайте нас: