“Беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәм хәйриә фонды менән даими бәйләнештәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратындағы эске конфликт үҫешкә һәм төҙөлөшкә ҡамасауланы. Унда үҫешкә бәйле төрлө ҡараштар, финанс мәсьәләләре буйынса етди фекер айырымлыҡтары бар ине. Һыҙыҡ өҫтөнә алам: мин судья һәм прокурор түгел, ләкин миңә даими рәүештә аҡсалар менән һаҡһыҙ эш итеү хаҡында әйтеп торҙолар. Унда проблемалар бик күп ине, беҙ уларҙы ҡуҙғытып ебәрҙек. Был – беренсенән. Икенсенән, беҙ иғәнәләр килешеүен раҫлайбыҙ, бынан тыш, ярҙам итерлек ойошмалар таптыҡ. Мин әлегә ул ойошмаларҙы атамайым, ләкин шуны әйтәм: уларҙың береһе бөгөндән 100 миллион һум һалырға әҙер. Әлбиттә, беҙ мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ, был бик мөһим”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.