Алдараҡ быйыл ғына Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә 33 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленеүе хаҡында яҙғайныҡ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар төҙөү киң ҡолас алды. Ыңғай миҫалдарҙы автомобилдәр йөрөтөүселәр үҙҙәре лә күрәлер.
Юлдар төҙөлөшө һәм видеофиксаторҙарҙы күпләп ҡуйыу юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын өс тапҡыр кәметергә тейеш. Тимәк, алда ҙур эштәр көтә.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров: “Федераль юлдарҙа үткән аҙнала 57 яңы камера ҡуйылды. Беҙ уларҙы йәшәргә һәм машиаларҙы ел урынына ҡыуырға ҡамасаулау маҡсатында ҡуймайбыҙ, киреһенсә, һеҙҙең ғүмерҙәрегеҙҙе ҡотҡарырға теләйбеҙ. Беренсе һөҙөмтәләр билдәле – былтырғы ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда, быйыл 71 аварияға, 72 яраланыусыға, 2 һәләк булыусыға кәмерәк теркәлгән. Аңлашыла, беҙ юлдарҙың сифатын күтәрәбеҙ, рулгә эсеп ултырыусыларға ҡаршы көрәшәбеҙ. Был ғына етмәй. Камералар күберәк булған һайын, һәләк булыусылар әҙерәк”, - тип белдерҙе үҙенең Инстаграмында.
Быйыл йыл аҙағына тиклем видеофиксаторҙар һаны 527 буласаҡ. Ә тағы ике йылдан меңдән ашып китәсәк.
“Иҫәпләйек. Нисәмә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин”, – тип билдәләй Радий Хәбиров.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан