Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2019, 13:29

Луиза сәлдергән, Марат отторған. Беҙ түләйекме? Ҡаҙанда туҙҙырылған аҡса өсөн кем яуаплы?

Кисә Луизаның миллиондарына бәйле бер аҙ асыҡлыҡ барлыҡҡа килде. Дөрөҫ булһа, Марат Фәнәүи улы был аҡсаларҙы имен-аман оттороп бөткән. Фәнәүиевич был хаҡта мәғлүмәт сараларына үҙе белдергән. Бының өсөн күпме түләгәндәрҙер, өндәшмәй. Һәр хәлдә, дәртләнеп һөйләүенә ҡарағанда, кәйефе улай уҡ насар түгел. Мәскәүгә йыйына, күпме аҡса вәғәҙә иткәндәр – ләм-мим. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, быға тиклем бер кем белмәгән Марат Фәнәүиевичты Мәскәүҙән (!!) телевизор аша күрһәтәсәктәр, хатта бының өсөн түләйәсәктәр. Үткән постарҙың береһендә Хәйруллиндарҙың бик үтемле тауарға әйләнеп китеүе хаҡында әйткәйнек. Хәҙер улар шуның емештәрен йыя.

Марат Фәнәүиевич телевизорҙан нимә хаҡында һөйләйәсәк инде? Әлбиттә, ул ҡатынын, ҡыҙҙарын ярата, улар өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Ғаиләһе өсөн бер нимә лә йәл түгел, тик шуныһы үкенесле, уның бер нимәһе лә юҡ. Бар булған мөлкәтен 23 миллионды ҡайтарыу өсөн тартып аласаҡтар. Марат Фәнәүиевич өмөтөн өҙмәй, үҙен ышаныслы тота, ул халыҡҡа мөрәжәғәт итергә әҙер. Нимә хаҡында мөрәжәғәт итергә теләй? Халыҡ, йәғни беҙ аҡса йыйып бирергә тейеш. Кемгә, ни өсөн? Луизаны төрмәнән ҡотҡарып ҡалыр өсөн.
Ә аҡса ҡайҙа булған һуң? Ҡайҙа булһын, Ҡаҙанда туҙҙырылған. Бәлки, аҡсаны шунан эҙләп ҡарарғалыр. Сәйер хәл. Ә был хаҡта һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: