Радий Хәбиров әйтеүенсә, эш хаҡы төбәк иҡтисады хәленең иң мөһим күрһәткесе булып тора. “Республикала һуңғы ике-өс йылда инвестициялар индереү түбәнәйгән”, – тине Радий Хәбиров. Шуға ҡарамаҫтан, былтырғы осор менән сағыштырғанда, тәүге ярты йыллыҡты 104,3 процент менән тамамлағандар.
Киләсәк өмөтлөмө һуң? “Ышаныс бар, – ти Радий Хәбиров, – иҡтисад йәһәтенән беренсе ярты йыллыҡ ҡыуандырҙы. Сөнки беҙ иҡтисадты үҫтерерлек аҙымдар яһаныҡ. Оҙаҡламай уларҙың һөҙөмтәһе буласаҡ”.
Республика етәксеһенән иҡтисадтағы проблемалар, эш хаҡының түбән булыуы
тураһында һүҙҙәрен беҙ һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр ишетәбеҙ. Әгәр был хаҡта
Радий Хәбиров һөйләй икән, тимәк, етешһеҙлектәрҙе белә һәм хәл итергә теләй.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы 8-9 йылда күберәк, йәнәһе, булмаған уңыштар тураһында
ҡабартып һөйләнек, ысынбарлыҡты күрмәҫкә тырыштыҡ. Дәүләт халыҡҡа ярҙам итергә,
эш хаҡын, пособиеларҙы арттырырға теләй. Хәҙер элекке һымаҡ: “Аҡса юҡ, тик һеҙ
түҙегеҙ!” – тип кенә ҡотолоп булмаҫ. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа
халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, йәшәйеште яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был мөһим
саралар Башҡортостан халҡының да йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.