Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2019, 11:01

Байкал–Амур магистрале төҙөлә башлауға – 45 йыл. Төҙөүселәрҙе Рәсәй Президенты ҡотланы.

Байкал–Амур магистрале төҙөлә башлауға – 45 йыл. Төҙөүселәрҙе Рәсәй Президенты ҡотланы. БАМ. Ул беҙҙең йәшлек, өмөт һәм ышаныс, киләсәккә пландар. Партия әйтте, комсомол “үтәрбеҙ”, тине. Эйе, элекке СССР тарихын, үкенесле һәм ваҡытһыҙ таралһа ла, БАМ-дан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тормош ауыр, ҡайҙа ҡарама, дефицит, аҙыҡ-түлек наҡыҫлығы, тип шым ғына зарланғанда, ана, БАМ-ды төҙөүселәргә еңел түгел, түҙербеҙ, төҙөп кенә бөтһөндәр, тормош шыпа яҡшырыр, тип өмөтләнә инек. Булманы, ил генәбеҙ үҙе юҡҡа сығып ҡуйҙы.

БАМ. Ул беҙҙең йәшлек, өмөт һәм ышаныс, киләсәккә пландар. Партия әйтте, комсомол “үтәрбеҙ”, тине. Эйе, элекке СССР тарихын, үкенесле һәм ваҡытһыҙ таралһа ла, БАМ-дан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тормош ауыр, ҡайҙа ҡарама, дефицит, аҙыҡ-түлек наҡыҫлығы, тип шым ғына зарланғанда, ана, БАМ-ды төҙөүселәргә еңел түгел, түҙербеҙ, төҙөп кенә бөтһөндәр, тормош шыпа яҡшырыр, тип өмөтләнә инек. Булманы, ил генәбеҙ үҙе юҡҡа сығып ҡуйҙы.
Ана, бөгөн төҙөлә башлауына 45 йыл тулған икән. Үҙҙәрен РФ Президенты Владимир Путин видеомөрәжәғәт менән ҡотланы. Бик һирәк була торған осраҡ. Тимәк, дәүләт БАМ-дан баш тартырға йыйынмай әле. Ҡотлауҙа ла шундай һүҙҙәр бар: “БАМ-дың ҡеүәттәрен тулыһынса файҙаланыу ил иҡтисадын үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Әле уны ил мәнфәғәттәрендә файҙаланыу мөмкинлеге бар. Ошо йүнәлештә төҙөлөш, ойоштороу эштәре артабан да дауам итәсәк”.
Шулай, Байкал – Амур магистралы төҙөләсәк, дәүләткә хеҙмәт итәсәк әле. Уның тулы ҡеүәтенә эшләүен Ҡытай, Япония, бер түгел ике Корея ғына түгел, Лондон, Париж, Мадрид, Берлин һәм башҡалар көтә.
Читайте нас: