Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 11:32

Мәскәү – Киев: мөнәсәбәттәр көйләнерме? Рәсәй Президенты Киев менән аралашыуҙың шарттарын билдәләне.

Мәскәү менән Киев үҙ-ара аралаша башлаясаҡ, әгәр Украинаның хәҙерге президенты Владимир Зеленский үҙенең һайлау алды вәғәҙәләрен тормошҡа ашыра башлаһа. Ул үҙенең программаһында Донбасс менән һөйләшеүҙәрҙе һүҙ һайын билдәләне һәм уға ышанған 75 проценттан ашыу һайлаусы Зеленский файҙаһына тауыш бирҙе.

РФ Президенты Владимир Путин: “Элекке режимдан Зеленскийға мәжбүри украинлаштырыу, рус телен файҙаланыуҙы тыйыу, неофашизмдың ҡотороуы, Донбасста граждандар һуғышы мираҫ булып ҡалды.Украина граждандары яңы президенттан белдереүҙәр түгел, яҡшы яҡҡа аныҡ аҙымдар көтә”, – тип билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, Президент Владимир Путин Италияға эш сәфәре менән йыйына һәм шул айҡанлы, Италия матбуғат сараларына интервью бирҙе. Әңгәмәлә Рәсәй Президенты: “Киев Донецк һәм Луганск халҡы менән бәхәсте яйға һалыу өсөн һөйләшеүҙәрҙе башлаһын һәм атыуҙарҙы туҡтатһын. Һайлау алды кампанияһында Зеленский Донбасс территорияһын утҡа тотоу туҡтатыласаҡ, тип раҫлағайны, ләкин атыуҙар, киреһенсә, артты”, – тип әйтте.
Читайте нас в