Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2019, 11:02

Радий Хәбиров Сипайлов биҫтәһендә булған. Һөҙөмтәләр бер ҙә ҡыуанырлыҡ түгел.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһының Октябрь районы башлығының эше менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Район башлығы Роберт Ахуновҡа вазифаһын ҡалдарарға тура килде.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһының Октябрь районы башлығының эше менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Район башлығы Роберт Ахуновҡа вазифаһын ҡалдарарға тура килде.
– Сипайловоны ҡарап сыҡтым. Ҡайҙа ҡарама, төҙөлөш сүп-сары. Билдән үлән үҫкән. Мин һеҙгә бер ай ваҡыт бирәм, һуңынан үҙем шәхсән тикшерәсәкмен, – тине Р. Хәбиров. – Элекке башлыҡҡа Хөкүмәт учреждениеларында эш булырға тейеш түгел.
Республика етәксеһенең ҡаланың тышҡы йөҙө айҡанлы тәнҡит һүҙҙәре урынлы, сөнки бер нисә көндән Халыҡ-ара балалар спорт уйындары башланырға тора. Ҡаланың йөҙө һәр ваҡыт таҙартылған килеш балҡып торорға тейеш. Радий Фәрит улын балаларҙың именлеге лә ныҡ борсой. Әле булһа хәүефле бәүелгестәр урынында тора, балалар ғүмеренә ҡурҡыныс янамаған уйын майҙансыҡтары булдырырға ваҡыт.
Кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 6672 балалар майҙансыҡтары иҫәпләнә. Уларҙа 27 мең сәңгелдәк, тау, карусель һәм башҡалар ҡуйылған. Уйынсыҡтарҙың яртыһынан күбенең махсус сертификаты юҡ.
Был хаҡта Радий Хәбиров 2018 йылдың октябрендә үк ҡәтғи күрһәтмәләр
биргәйне. Эйе, күрһәтмәләр биргән, ләкин онотмаған, контролдә тоторға ла ваҡыт
тапҡан. Төрлө кимәлдәге түрәләргә һәм чиновниктарға уянырға ваҡыт. Әүәл
күрһәтмә бирәләр, ҡағыҙ яҙалар һәм имен-аман оноталар ине. Республика менән хәҙер
талапсан һәм ифрат хәтерле етәксе идара итә. Әгәр вазифаңды, мул эш хаҡын
юғалтырға теләмәһәң, яуаплылыҡ тойоп, ауыр булһа ла, уңғанлыҡ күрһәтеп эшләр
заман етте. Юғиһә, “үҙ теләгең менән” отставкаға китергә лә тәҡдим итерҙәр.
Читайте нас: