Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2019, 10:37

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Балалар баҡсалары төҙөләсәк, урындар буласаҡ.

Ғөмүмән алғанда, барлыҡ Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә, балалар баҡсаларында урындар етмәүе төп проблемаларҙың береһе булып тора. Әгәр демография мәсьәләләрен хәл итергә теләйбеҙ икән, беҙгә иң тәүҙә балалар баҡсалары төҙөргә кәрәк.

Ғөмүмән алғанда, барлыҡ Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә, балалар баҡсаларында урындар етмәүе төп проблемаларҙың береһе булып тора. Әгәр демография мәсьәләләрен хәл итергә теләйбеҙ икән, беҙгә иң тәүҙә балалар баҡсалары төҙөргә кәрәк.
Милли проекттар ярҙамында үҫеп килеүсе быуынды балалар баҡсалары менән тәьмин итеү өсөн яҡын йылдарҙа 34,4 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Дәүләт проектына нигеҙләнеп, Өфөлә 19 балалар баҡсаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ. Бынан тыш, ҡала һәм райондарҙа ундан артыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Балалар баҡсалары ҡаҙна иҫәбенә лә күпләп төҙөләсәк. БР Дәүләт төҙөлөш комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдереүенсә, быйыл һәм киләһе йылға республикала 7,5 мең урынлыҡ 53 балалар баҡсалары ишектәрен асасаҡ. Быйыл шул иҫәптән 3759 урынлыҡ 39 балалар баҡсаһы эшләй башлаясаҡ.
Мәсьәлә шаҡтай киҫкен тора, милли проекттарға ғына һылтанырға кәрәкмәй, балалар учреждениелары Республика адреслы инвестицион программа иҫәбенә лә төҙөлә. Мәҫәлән, 2018-2020 йылдарҙа федераль ҡаҙнанан килгән 4,16 миллиард һум аҡса иҫәбенә 6344 урынлыҡ балалар учреждениелары төҙөлгән.
Үкенескә ҡаршы, сират кәмемәй, тағы ла республикала 16,4 урынлыҡ 65 объектты сафҡа индерергә кәрәк. Өфөлә балалар баҡсалары яңы микрорайондарҙа сафҡа инә. Милли проекттар, адреслы инвестицион программа, Өфө ҡала хакимиәте, төҙөүселәр иҫәбенә 2025 йылға тиклем 37 балалар баҡсаһы, шуларҙың алтауһы 2019-2021 йылдарҙа төҙөләсәк, тип көтөлә. Дәүләттән генә көтөргә кәрәкмәй, шәхси балалар баҡсалары селтәрен үҫтереү ҙә ярҙам итәсәк.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Читайте нас в