Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2019, 10:41

Башҡортостан Европа менән Азия араһында

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыны пленар ултырышы эшенә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушылды. Ул, үҙ сығышында делегаттарҙы, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм беҙгә берләшеү һәм үҫеү өсөн етди аҙым яһарға кәрәк, тине. Шулай уҡ Башҡортостан Европа менән Азия араһында урынлашҡан, шуға ла ике яҡтан иң яҡшы сифаттарын алғанбыҙ тип белдерҙе.

Радий Хәбиров бер төркөм билдәле шәхестәрҙе лә атап үтте:

- Беҙҙең өлгө алырлыҡ кешеләребеҙ етерлек. Тарихыбыҙ данлы. Уны тағы ла ентеклерәк өйрәнергә, танытырға кәрәк. Халҡыбыҙ яҡшы йәшәһен өсөн иҡтисадыбыҙҙы күтәрергә кәрәк. Күмәкләп ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан итәйек, - тине республика етәксеһе.

Читайте нас: