РФ Президенты Владимир Путин “Көнсығыш” бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Бындай форум беренсе тапҡыр Владивостокта асылды. Бының сәбәптәре шунда: Алыҫ Көнсығыштың иҡтисади потенциалы бик юғары, ләкин ул тейешенсә файҙаланылмай.
Рәсәй Президенты: “Талантлы йәштәр Алыҫ Көнсығыштың социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен нығытыуға булышлыҡ итеүсе программалар һәм башланғыстар тәҡдим итер”, - тигән теләк белдерә.
Форум сиктәрендә һигеҙ ғилми лаборатория эшләйәсәк. Махсус жюри 30 йәшкә тиклемге 600-ҙән ашыу белгесте һайлап алған. Тәҡдим ителгән проекттаар араһында бик өмөтлөләре бар. Форум йомғаҡтары төбәкте үҫтереү буйынса эш программаһына индереләсәк.