Осрашыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнеүселәр ҡәнәғәт, ниһайәт, ике бөйөк дәүләттең лидерҙары осрашасаҡ һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.
Ике яҡлы осрашыу алдағы йома урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә башланасаҡ. Ике президент осрашыу ваҡытында Сирия, Афғанстан, Венесуэла, Украина һымаҡ мәсьәләләрҙе, Иран проблемаһын, ҡоралһыҙланыу, тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса фекер алышасаҡ. Һәр ике яҡтан дүрт-биш кеше ҡатнашасаҡ. Һөйләшеүҙәр ваҡытында көн тәртибенә башҡа мәсьәләләрҙең дә индерелеүе бик ихтимал.