Бөгөн Өфө ҡалаһының “Ихлас” мәсетендә 11 сәғәттә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың йыназаһы үтә. Дини йоланы атҡарғандан һуң мәрхүм хәҙрәт Телеүҙәк артындағы мосолман зыяратында ерләнәсәк. Бөгөн беҙ үҙенең белеме, ябайлығы һәм ихласлығы менән өлгө булырлыҡ кеше менән бәхилләшәбеҙ. Хәҙрәттең вафаты беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Уның арабыҙҙа юҡлығы бик оҙаҡ үҙен һиҙҙереп торасаҡ әле.