Үткән аҙнала РФ Президенты Владимир Путин менән ойошторолған тура эфирҙа бына инде 25 йыл буйы мохтаж ғаиләләргә түләнгән 50 һум хаҡында һүҙ булды. Президент мохтаж ғаиләләргә пособиеларҙың оҙаҡламай артыуы хаҡында иғлан итте.
Ошо аҙнала Хөкүмәт ултырышында йәш ярымдан өс йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә түләүҙәрҙең ун мең һумға етеүе хаҡында әйттеләр. Аҡса һәр ғаилә алған йәшәү минимумынан сығып билдәләнәсәк. Бынан тыш мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 1 июлдән пособиелар артасаҡ.
Хөкүмәт ултырышында ғаиләләрҙең мохтажлыҡ талаптарын ҡайтанан ҡарау мәсьәләһе лә тикшерелде. Ултырышта әйтелеүенсә, пособиелар түләүҙе арттырмай тороп, демография проблемаларын хәл итеү мөмкин түгел. Ошо хаҡта әҙерләнгән закон проекты ла ғаиләләр мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән.