“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 34,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был аҡса тормош сифатын яҡшыртыу, тыуымды арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропогандалау һымаҡ эштәргә тотоноласаҡ.
Сығымдарҙың бер өлөшө йыл һайын ике меңдән ашыу ЭКО процедураһын дәүләт иҫәбенә үткәреүгә йүнәлтеләсәк. ЭКО-ның нимә аңлатҡанын беҙ тәфсирләп, аңлатып тормайбыҙ. Мохтаждар быны белә һәм түлһеҙ ғаиләләр өсөн был әмәлиәт һуңғы сара, аҡтыҡҡы өмөт булыр тора.
Былтыр Рәсәйҙә 78 мең ошондай процедура үткәрелгән, һөҙөмтәлә 28500 самаһы бала тыуған. Эйе, күреп тораһығыҙ, өмөт бар, ләкин һәр осраҡта ла түгел. ЭКО әмәлиәтенең хаҡы 100 мең һумдан башлана һәм һәр ғаиләнең мөмкинлектәренә тура килмәй.
Милли проекттарға ярашлы, төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары урындарҙағы поликлиникалар аша ЭКО процедураһын бушлай ойоштора. Быйыл 2025 ошондай әмәлиәт үткәреләсәк. Әле сиратта 846 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә тора.
Әгәр ғаилә ошондай ярҙамға мохтаж булһа, поликлиниканың гинекология бүлегенә мөрәжәғәт итә. Талап ителгән документтар әҙер булғас БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тейешле бүлегенә паспорт, ғариза, поликлиника, табип һығымтаһы, протокол, медицина полисы тапшыра һәм сиратҡа баҫа. Мәсьәләнең сетерекле булыуын иҫәпкә алып, сиратҡа баҫыусы ҡатынға махсус шифр яҙыла.
ЭКО процедураһын тормошҡа ашырыу менән Өфөләге иң ҙур дүрт дауахана шөғөлләнә. Уңыштар һәм һаулыҡ һеҙгә!