Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 11:07

Аҡ йортта эшләргә теләүселәр күп икән. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр өс мең ярымдан артты.

“Башҡортостан лидерҙары” кадрҙар проектында ҡатнашырға теләүселәр һаны тәүге аҙнала уҡ 3500-ҙән артып китте. Ғариза биреүселәрҙең 97 проценты – Башҡортостандан, ҡалғандары – Мәскәүҙән һәм башҡа ҡалаларҙан, һәр хәлдә, беҙҙең республиканан сыҡҡандар тип аңларға кәрәк.

Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың 85 проценты ир-егеттәр. Конкурстың тәүге һөҙөмтәләре менән таныштырып, БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатын-ҡыҙҙарҙы әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Туҡай исемендәге урамдың 46-сы йортона йәштәрҙе эшкә саҡырып, дәртле, ҡомарлы, көслө кадрҙар резервы булдырырға теләй. Конкурс йомғаҡтары тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтеләсәк һәм еңеүсе 100 кеше төрлө вазифаларға эшкә саҡырыласаҡ.
Читайте нас в