Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 10:55

Ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ. Владимир Путин милли проекттарға ҙур өмөт бағлай.

РФ Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында билдәләгәнсә, ыңғай һөҙөмтәләрҙе халыҡ хәҙерҙән үк тойорға тейеш. Рәсәй ҡаҙнаһынан милли проекттарҙа ҡаралған демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ,халыҡ-ара кооперация, экспорт һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн алты йылда 28 триллион һум аҡса бүленәсәк.

РФ Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында билдәләгәнсә, ыңғай һөҙөмтәләрҙе халыҡ хәҙерҙән үк тойорға тейеш. Рәсәй ҡаҙнаһынан милли проекттарҙа ҡаралған демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, халыҡ-ара кооперация, экспорт һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн алты йылда 28 триллион һум аҡса бүленәсәк.
Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы – 2019” инвестиция форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров төп маҡсат – фәҡирлеккә ҡаршы көрәш, тип билдәләне. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, инвестиция килешеүҙәренә ярашлы, яңы предприятиелар төҙөү, яңы эш урындары булдырыуға, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү – халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу шарттарының береһе. Үҙ эше менән уңышлы шөғөлләнгән кеше бер ваҡытта ла фәҡир булмай. Милли проектарға ярашлы, Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн 4,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙә шәхси эшҡыуарҙар хәҙерге 18 миллиондан 2024 йылға тиклем 25 миллионға етергә тейеш.
Читайте нас в