20 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән булған “Тура бәйәнеш” айҡанлы шаңдауҙар әле һаман ишетелә. Шуларҙың иң шау-шыулыларының береһе, халыҡ фекеренсә, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш.
Владимир Путин ришүәт алыуға ҡаршы көрәш артабан да дауам итәсәк, һәр енәйәт эше аҙағына тиклем алып барып еткереләсәк, тип белдерҙе.
“Енәйәтселек менән бәйле эштәр өсөн Рәсәй етәкселеге яуап бирә. Әгәр беҙ ришүәтселек менән көрәшәбеҙ икән, уның аҙағына тиклем еткерергә, эштәрҙе асыҡ алып барырға тейешбеҙ, – тине Президент Владимир Путин, – Рәсәй халҡы шуны белергә тейеш, әлеге осорға илдә ришүәтселеккә бәйле енәйәттәр кәмей, сөнки беҙ эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ, үҙ-ара килешеүҙәргә юл ҡуймайбыҙ”.