Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 11:38

Грузия беҙҙән тағы ла алыҫлашты. 8 июлдән самолеттар Тбилисиға осмаясаҡ.

Грузия менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр, көндәр эҫе тороуына ҡарамаҫтан, тағы ла һалҡынайҙы. Бының сәбәбе – Грузияла сәйәси көстәрҙең бер-береһен һанға һуҡмауында.

Грузия менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр, көндәр эҫе тороуына ҡарамаҫтан, тағы ла һалҡынайҙы. Бының сәбәбе – Грузияла сәйәси көстәрҙең бер-береһен һанға һуҡмауында.
Шул сәбәпле, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында милли именлекте тәьмин итеү, граждандарҙы енәйәт һәм башҡа кире күренештәрҙән һаҡлау буйынса айырым саралар тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, 2019 йылдың 8 июленән Рәсәй авиакомпанияларына граждандарҙы Грузия еренә ташыу тыйыла.
Рәсәй Президентының Указы донъя күргәс кенә, Грузия яғы үҙенең самаһыҙ ҡыланыуын аңланы. Сөнки был осраҡта иң ҙур юғалтыуҙарҙы Грузия яғы күрәсәк. Йәй өҫтө, төрлө тарафтарҙан ағылған туристарҙың күпселеген рәсәйҙәр тәшкил итә. Хәҙер ҡунаҡханалар, туҡланыу пункттары бик ҙур зыян күрәсәк.
Белгестәр иҫәпләүенсә, Рәсәй халҡы туристарҙың 80 процентҡа тиклемен тәшкил итә. Улар ихлас, тыныс, өҫтәл артында йомарт, көнбайыштыҡылар һымаҡ, сервисҡа талапсан түгелдәр. Грузия яғы бизнесының күрелгән зыяны 900 миллион долларға етеүе ихтимал. Күптәр бизнестарын ябыу, бөлөү алдында тора һәм сәйәси хәлде ҡатмарлаштырған Грузия етәкселеген ҡәһәрләй.
Читайте нас: