Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 17:48

Рәсәй Президенты В. Путин ошо шаршамбы Өфөгә килә. Өфөлә Дәүләт советы ултырышы үтәсәк.

РФ Президенты Владимир Путин 26 июндә Дәүләт советы ултырышы үткәреү өсөн Өфөгә килә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәнән һуң иғлан итте. Бөгөнгө ултырышта ҡатнашыусылар транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың сығышын тыңланы.

РФ Дәүләт советы ултырышы ла транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә арналыуы бик ихтимал. Бынан тыш, Рәсәй Президенты теге йәки был төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусыларҙың эше менән таныша, уларға теләктәшлеген белдерә. 8 сентябрҙә Республика Башлығы һайланыуын иҫәпкә алғанда, Президенттың сәфәре һис тә артыҡ түгел. Шуныһы ла мөһим, республиканың яңы етәксеһе үҙ вазифаһын артыҡ тетрәнеүҙәрһеҙ үтәй башланы, инвестициялар йәлеп итеү буйынса аныҡ һөҙөмтәләр бар, кешеләрҙә киләсәккә өмөт уянды.
Читайте нас: