Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 10:43

Питер менән Сибай араһы, бараһы ла бараһы. Был тиклем проекттарҙы тормошҡа ашырыуға эшсе ҡулдар етерме?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылға тиклем миллипроекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға 175 миллиард һум аҡсабүленәсәк. Был аҡсаның күпселеге социаль өлкәнең матди-техник базаһын нығытыуғайүнәлтеләсәк. Тимәк, төҙөлөш эштәре киң ҡолас аласаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылға тиклем милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға 175 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был аҡсаның күпселеге социаль өлкәнең матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтеләсәк. Тимәк, төҙөлөш эштәре киң ҡолас аласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән һуңғы осор үҙе лә әүҙемлек күрһәтә. Бер нисә аҙна элек XXIII Петербург иҡтисади форумында 82 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп итеүгә килешеүҙәр төҙөлдө, ошо проекттарға ярашлы, Башҡортостанда өс меңгә яҡын яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров 2 июндә Сибайҙа үткән Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы – 2019” һабантуйын үҙ ҡаҙаныштары иҫәбенә яҙа ала. Бер көн эсендә 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Шуларҙың иң мөһимдәре: Башҡортостан Башлығы хакимиәте Рәсәйҙең стратегик инициативалар агентлығы менән яңы проекттар хаҡында килешеү төҙөнө, шулай уҡ “Таврос” компанияһы, “Красная Башкирия” предприятиеһы ауыл хужалығын үҫтереү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. “Урал-тау металлургия компанияһы – холдингы” Подольск баҡыр-цинк ятҡылығында 50 миллиард һумлыҡ ер аҫты руднигы төҙөйәсәк, “Алексеевский” совхозы “Газпромбанк” ярҙамында 45 гектарҙа 10,5 миллиард һумлыҡ теплицалар сафҡа индерәсәк.
Ә хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. “Милли проекттар”ҙы тормошҡа ашырыуға – 175 миллиард һум, Питерҙағы килешеүҙәр – 82 миллиард һум, Сибай проекттары – 70 миллиард һум. Йәмғеһе 327 миллиард һумды яҡындағы йылдарҙа үҙләштереү талап ителәсәк. Республиканың төҙөлөш комплексы был тиклем аҡсаны үҙләштерә аламы? Әллә Себер тарафтарында аҡса эшләүсе ир-егеттәребеҙгә үҙебеҙгә ҡайтып эшкә тотонорға тура килерме?
Читайте нас в