Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 11:49

Владимир Путин тура бәйләнештә. Хәл ителмәгән һорауҙар булмаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “Тура бәйләнеш”кә 2,6 миллион самаһы һорау килде, һөйләшеү 4 сәғәт, 16 минут барҙы, 25 төбәккә бәйле 73 һорауға яуап эфир аша ишетелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “Тура бәйләнеш”кә 2,6 миллион самаһы һорау килде, һөйләшеү 4 сәғәт, 16 минут барҙы, 25 төбәккә бәйле 73 һорауға яуап эфир аша ишетелде.
Иң күп һорауҙар халыҡтың йәшәү кимәленә һәм матди хәленә бәйле булды. Ил башлығы билдәләүенсә, нефткә хаҡтар төшөүе халыҡтың матди хәлендә лә сағылыш тапҡан. Күберәк аҡса алыр өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә кәрәк, йәки күберәк етештерһәгеҙ, эш хаҡы ла артасаҡ. Майҙа уртаса эш хаҡы 2,8 процентҡа артҡан. Йәмғеһе йыл башынан 44 миллион кешенең эш хаҡы күтәрелгән.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр хаҡында һорауҙар байтаҡ булды. Президент киләһе йылдың башынан килеме ике йәшәү минимумына тиң ғаиләләрҙәге балаларға 10-11 мең һум түләнәсәк, тип ҡыуандырҙы. Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге сабыйҙары булған ғаиләләргә лә ошондай уҡ социаль ярҙам күрһәтеләсәк.
Чиновниктар менән ябай эшселәрҙең эш хаҡы айырмаһының ҙур булыуы ла күптәрҙе борсой. Президент: “Беҙ байҙар булмаһын тип түгел, фәҡирлек бөтһөн, тип тырышайыҡ, эш хаҡы ла белгестең квалификацияһына ҡарап түләнһен”, – тип әйтте.
Һуңғы көндәрҙең тағы бер шаңдауы шул – 25 йыл буйы түләнгән 50 һумлыҡ пособиеларҙан халыҡ ҡотола. Йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләнгән пособие төбәктең йәшәү минимумына тигеҙ буласаҡ. Башҡортостанда ул, мәҫәлән, 10 мең һум самаһы тәшкил итә.
Ғөмүмән алғанда, быйылғы тура бәйләнеш тә эҙһеҙ үтмәйәсәк, һәр һорау иҫәпкә алынған һәм яуап алыр, хәл ителеү өсөн вазифалы чиновниктарға таратылған, тип белдерә һөйләшеүҙе ойоштороусылар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: