– Был хаҡта һөйләүе еңел түгел. Һәр кешегә хас булғанса, эйе. 2000-се йылдар башында мин бик күп йөрөнөм, ил бик ауыр хәлдә ине. Беҙ ҡайһылыр төбәккә осоп килдек, ҡараңғы ине, машинала бысыраҡ йырып барабыҙ. Ҡапыл өлкән йәштәге бер ҡатын килеп сыҡты, нимәлер әйтте һәм тубыҡланды. Бер яҙыу бирҙе. Мин: “Ҡарарбыҙ”, – тип әйттем һәм яҙыуҙы ярҙамсыларыма тотторҙом. Ләкин улар яҙыуҙы юғалтҡандар. Мин быны бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Миңә оят.