Халыҡ-ара форум иртәгә Сибай ҡалаһында асыла. Уның эшендә Австрия, Белорусь, Болгария, Әрмәнстан, Иордания, Ҡаҙағстан, Сербия, Төркиә, Франция, Хорватия вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергән. Урал аръяғының инвестицион мөмкинлектәре ифрат ҙур һәм ул тулыһынса файҙаланылмай. Форумдың секцияларында инвестиция йәлеп итеү шарттары, бизнесты яҡлау, эшлекле шарттар булдырыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, туризмды үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр буласаҡ.
Башҡортостан етәкселеге Урал аръяғында бизнесын үҫтерергә теләүселәрҙе урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән таныштырырға теләй. Шуға күрә 23 июндә форум ҡунаҡтары Әбйәлил районында һабантуйға тамаша ҡыласаҡ. Сараларҙы ойоштороуҙа Колумбия, Малайзия һәм Һиндостандан килгән ирекмәндәр ҡатнашырға теләк белдергән. Абруйлы ҡунаҡтар араһында Голливуд йондоҙо, актер һәм режиссер Стивен Сигалдың килеүе көтөлә.