Республика етәксеһе Радий Хәбиров 18 июндә “Башҡортостан лидерҙары” конкурсын иғлан иткәйне. Радий Фәрит улы үҙенең мөрәжәғәтендә: “Беҙ талантлы йәштәрҙе ғәҙел юл менән, әшнәләрһеҙ һәм коррупцияһыҙ һайлап алырға теләйбеҙ”, – тип билдәләгәйне.
Конкурс иғлан ителгән тәүге көндә үк уның шарттары менән 12 меңдән ашыу кеше танышты, 2556 кеше теркәлеү үтте, 998 кандидат шунда уҡ анкета тултырҙы.
Яуаплы вазифаларға дәғүә итеүселәр өсөн “Рәсәй Лидерҙары” конкурсында еңеүселәрҙең кәңәштәре һис тә артыҡ булмаҫ. Марат Вәлиев хәҙер Өфө моторҙар эшләү заводында идаралыҡ начальнигы, Никита Ханенко “Уралсиб” банкында идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Марат Вәлиев: “Беҙҙең республика талантлы, әүҙем кешеләргә бай, беҙҙең бурыс – уларҙы табыу. Бындай конкурстар кешеләрҙе ишетергә мөмкинлек бирә”, – тип раҫлай.
Никита Ханенко: “Ошо конкурста ҡатнашыу миңә үҙемде һынап ҡарау мөмкинлеген бирҙе. Ә финалға сығып, мин грант оттом. Ә хәҙер “Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте” академияһында белемемде камиллаштырам”,– тип белдерҙе.
Заман үҙгәреп тора, берәү ҙә етәксе вазифаһын ғүмер буйы биләгәне юҡ. Яңы кадрҙар киләсәктә лә кәрәк буласаҡ. Ә заманса конкурстар менән һайлап алыу яуаплы вазифаға иң лайыҡлыларҙы тәғәйенләргә мөмкинлек бирәсәк.