Дәүләт етәкселеге һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын яҡшыртыуға, кадрҙар менән тәьмин итеүгә, дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға төп иғтибарҙы бүлә. Бының өсөн 16,4 миллиард һум аҡса бүленгән. Киләсәктә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ауылдарҙа ФАП-тар асыу, яман шеш сирҙәрен дауалау, балалар дауаханаларын һәм поликлиникаларын заманса үҙгәртеп ҡороу күҙ уңында тотола. 2019 йылда 18 балалар поликлиникаһына һәм балалар бүлегенә капиталь ремонт үтәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем яман шеш менән сирләүселәр өсөн 13 үҙәк төҙөү ҡаралған, үҙәктәрҙең дүртәүһе быйыл уҡ сафҡа инәсәк. Өфө ҡалаһында яман шеш диспансерының хирургия корпусы һәм поликлиникаһы төҙөлә.