Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 11:17

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Юлдар оҙаҡ хеҙмәт итһен.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан быйыл 33,4 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарасаҡ. Шуға күрә юлдарҙа асфальт түшәүсе техниканың күплегенә һәм тығындарҙың йыш барлыҡҡа килеүенә ғәжәпләнмәгеҙ. Киреһенсә, юлдар яңырыуына ҡыуанырға һәм түҙергә генә кәрәк. Юлсылар вәғәҙә итеүенсә, асфальт яңы технология буйынса түшәлә һәм ул оҙаҡ хеҙмәт итергә тейеш.

Өфө ҡалаһында Зәки Вәлиди, Комсомол, 8 Март урамдарында юлдар яңыра. Өфө – Аэропорт юлында ла эштәр ҡыҙыу бара һәм яҡын арала тамамаланыр, тип көтөлә.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Өфө – Ырымбур юлын киңәйтеү, Стәрлетамаҡ эргәһендә дүрт һыҙатлы юл төҙөү эштәре ҡыҙыу бара. Авариялар күпләп теркәлгән 17 урында 430 видео-регистратор ҡуйыу юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш.
Быйыл, ниһайәт, көньяҡ йүнәлештә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпергә нигеҙ һалына. 2021 йылда сафҡа инәсәк күпергә 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: