Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 11:09

Владимир Путин Сергей Миронов менән осрашты. “Ғәҙел Рәсәй” лидерының Президентҡа ғына әйтер һүҙе бар.

РФ Президенты Владимир Путин “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе рәйесе Сергей Миронов менән осрашып һөйләште.

РФ Президенты Владимир Путин “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе рәйесе Сергей Миронов менән осрашып һөйләште.
Владимир Путин: “Рәсәй тормошоноң мөһим мәсьәләләре буйынса һеҙҙең фекерегеҙҙе белеү беҙҙең өсөн һәр ваҡыт файҙалы. Бөгөн һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе, Хөкүмәт эшенә баһағыҙҙы ишетергә теләр инем”, – тип билдәләне.
Сергей Миронов Президентҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һаҡлау үҙәктәренең эшмәкәрлеге, граждандарға ярҙам хаҡында ентекле һөйләне. Хоҡуҡ һаҡлау үҙәктәре аша граждандарға биш йыл эсендә 57 миллиард һумдан ашыу аҡса кире ҡайтарылған. “Ғәҙел Рәсәй” тәҡдиме менән “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһы тураһында” закон проекты әҙерләнә. Шулай уҡ коррупцияға, ришүәтселеккә ҡаршы көрәште киңәйтеү хаҡында ла һөйләшеү булды.
#ВладимирПутин
Читайте нас: