Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға бүленгән 175 миллиард һумдан ашыу аҡсаның 45,1 миллиард һумы тәбиғәтте һаҡлау, көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү, элек рөхсәтһеҙ эшләгән сүп-сар полигондарын ябыуға йүнәлтеләсәк. Күреп тораһығыҙ, экологияны һаҡлау мәсьәләһе Рәсәй өсөн көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнеп бара. Юғиһә, был маҡсатта шул тиклем ҙур күләмдә сығымдар бүленмәҫ ине.
Ошо аҡса иҫәбенә 2024 йылға тиклем Башҡортостанда быға тиклем рөхсәтһеҙ эшләгән полигондар юҡ ителергә һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Быйыл уҡ республикала 16 ҡалдыҡтар туплау урыны юҡ ителәсәк. Яҡын арала Стәрлетамаҡ районындағы Михайловка сәнәғәт ҡалдыҡтары полигоны, “Өфөхимпром”да ҡалдыҡтар туплау майҙаны, Баймаҡта Семеновка алтын сығарыу фабрикаһының элекке майҙаны юҡ ителәсәк.
Һәр ҙур ауылдың айырым мөйөштәрендә көнкүреш ҡалдыҡтары тултырылған тоҡтар туплана, уларҙы махсус график буйынса йыйып алалар һәм эшкәртеү урынына илтеп бушаталар. Өлгөлө ауыл биләмәләрендә шулай булырға тейеш. Әлегә был тәртипкә беҙ ауырлыҡ менән өйрәнәбеҙ. Башҡа сара юҡ, тормош алға китән һайын, кешеләрҙең йәшәү кимәле яҡшыра, тимәк, көнкүреш ҡалдыҡтары ла арта бара. Әгәр элекке һымаҡ вайымһыҙ һәм яуапһыҙ булһаҡ, йәшәгән ауылдарыбыҙҙың тирә-яғы сүп-сар майҙандарынан ғына торасаҡ. Ә был беҙгә кәрәкме?
“Экология” милли проекты эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһенә лә иғтибар итәсәк. Һыу сығанаҡтарын яңыртыу һәм реконструкциялау өсөн быйыл 4,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ҡала һәм райондарҙа 29 һыу менән тәьмин итеү обьекты төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан