Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 10:28

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү ярҙам итәсәк.

Рәсәй Хөкүмәте эшҡыуарлыҡты халыҡ өсөн йәшәү рәүешеһәм тормош сығанағы булыуын теләй. Был теләкте тормошҡа ашырыу өсөн миллипроекттарҙа байтаҡ сығымдар ҡаралған. Иң тәүге талап – хеҙмәт етештереүсәнлегенүҫтереү, хакимиәт кәртәләрен бөтөрөү, яңы һөнәрҙәр өйрәтеү, эш урындарыбулдырыу.

Рәсәй Хөкүмәте эшҡыуарлыҡты халыҡ өсөн йәшәү рәүеше һәм тормош сығанағы булыуын теләй. Был теләкте тормошҡа ашырыу өсөн милли проекттарҙа байтаҡ сығымдар ҡаралған. Иң тәүге талап – хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү, хакимиәт кәртәләрен бөтөрөү, яңы һөнәрҙәр өйрәтеү, эш урындары булдырыу.
Милли проекттарҙа Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереү өсөн 4,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Әле Рәсәйҙә шәхси бизнес менән 19 миллион самаһы кеше шөғөлләнә, 2024 йылға эшҡыуарҙар һаны 25 миллионға етергә тейеш.
Башҡортостан етәкселеге был йәһәттән һәйбәт өлгө күрһәтә. Яңыраҡ Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылды, ошондай үҙәк оҙаҡламай Нефтекама ҡалаһында эшләй башлаясаҡ. Бизнес-үҙәктәрҙә хоҡуҡи һәм эшлекле ярҙам алырға, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға мөмкин.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в