Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 12:32

Еңеүселәрҙе Туҡай урамы, 46-сы һанлы йортта көтәләр. Радий Хәбиров “Башҡортостан лидерҙары” бәйгеһен иғлан итте.

Башҡортостан республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров “Башҡортостан лидерҙары” конкурсын иғлан итеү хаҡында белдерҙе. Был хаҡта Радий Фәрит улы үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа: “Бөгөн мөһим яңы проектты тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Ул беҙгә һулар һауа һымаҡ кәрәк, сөнки һәр етәксене ике проблема мәшәҡәтләй: ҡайҙан квалификациялаы хеҙмәткәр табырға һәм квалификацияһы юҡтың борсоуынан нисек ҡотолорға? Ике проблеманы хәл итеү өсөн ошо конкурсты үткәрәбеҙ. Проекттың мәғәнәһе – әшнәләрҙән һәм коррупциянан тыш һәләтле кандидатты һайлап алыуҙы тәьмин итеү. Беҙ талантлыларға, инициативалыларға рәсми ярҙамдан тыш, кадрҙарҙы тәғәйенләү мөмкинлегенә өйрәнергә бурыслы”.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, конкурсҡа йомғаҡ Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа яһаласаҡ һәм йөҙ иң яҡшы ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ.
Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ! Еңеүселәрҙе Аҡ йортта көтәләр.
Читайте нас в