Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 10:55

Милли проекттар – бурыстар һәм эштәр. Демография – артыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

Социологтар иҫәпләүенсә, ғаиләләрҙең артыуын тотҡарлаусы ике етди сәбәп бар: беренсеһе – аҡса етмәй, икенсеһе – торлаҡ шарттары ҡәнәғәтләндермәй.

Социологтар иҫәпләүенсә, ғаиләләрҙең артыуын тотҡарлаусы ике етди сәбәп бар: беренсеһе – аҡса етмәй, икенсеһе – торлаҡ шарттары ҡәнәғәтләндермәй.
Рәсәйҙә халыҡтың йылдан-йыл кәмеүе Хөкүмәтте күптән борсой. Демография преблемалары Башҡортостанды ла урап үтмәне. Шуға күрә республикала яҡын йылдарҙа тыуымды дәртләндереү өсөн 34,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был ярҙамды һәр ғаилә аныҡ тойорға тейеш. Һәр мохтаж ғаилә беренсе бала өсөн ай һайын ун мең һум пособие аласаҡ. Бындай ғаиләләр республикала алты мең самаһы булыр, тип иҫәпләнә.
Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, дәүләт бала үҫтерергә теләгән ғаиләләргә ярҙам итергә теләй. Күп балалы ғаиләләр йыллыҡ ставкаһы 6 процент булған ташламалы ипотека аласаҡ.
Йыл һайын дәүләт иҫәбенә мохтаж ғаиләләр ЭКО процедураһы менән файҙалана аласаҡ. Юғарыла һаналғандарҙан тыш балалар баҡсалары төҙөү ҙә киң йәйелдереләсәк. Быйыл Өфө ҡалаһында ун туғыҙ балалар баҡсаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ. Республика райондарында һәм ҡалаларында 12 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: