Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 13:57

Халыҡ Владимир Путиндан тәүәккәл аҙымдар көтә. Яҡшы ғәмәлдәр һәм изге ниәттәр юлдаш булһын.

Рәсәй халҡы борон-борондан һәйбәт батшанан яҡшы ғәмәлдәр һәм изге ниәттәр көтөп өйрәнгән. Сираттағы “Тура эфир” менән бәйле һорауҙарҙың көндән-көн күбәйеүе, хатта 20 июнгә тиклем бер нисә миллионға етеүе шул ышаныстың юғалмауы хаҡында һөйләй.

Социологтар ҙа шул ышаныстың юғары булыуын аныҡ һандар менән дәлилләй. Һуңғы һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 65 проценты самаһы Владимир Путиндың дәүләт башлығы сифатында эшмәкәрлеген хуплай.
Хупларлыҡ дәлилдәр иҫәбенә абруй күҙ алдында нығына бара. Һанап ҡараманығыҙмы, Владимир Путин һуңғы ике-өс аҙнала ғына тиҫтәләрсә дәүләткә эш сәфәре менән барҙы, һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Сәфәрҙәр араһында бер указ менән үҙҙәренең ярандарына хужа була алмаған ике етәксе генералды, ике лә уйлап тормай, төшөмлө урынынан ҡыуҙы. Уйлап ҡараһаң, оппозицияла булған, хатта Ригала донъя күргән баҫманың бик һирәктәргә генә мәғлүм хәбәрсеһен полицияның мәңге аяу белмәгән ҡанлы тырнаҡтарынан аралап алып ҡалыуы үҙе бер ваҡиға, хатта ғүмерҙә булмаған хәл, тип әйтергә мөмкин.
Ошонан һуң да Путинды хуплап тауыш биргән 65 процентты шик аҫтына ҡуйып ҡарағыҙ инде.
#ВладимирПутин
Читайте нас: