Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 13:44

Дәүләт башлыҡтары Дүшәмбегә йыйылды. Владимир Путин саммитта сығыш яһаны.

РФ Президенты Владимир Путин Азияла үҙ-ара бәйләнештәр һәм аралашыуҙар ултырышына ҡараған дәүләттәр һәм халыҡ-ара ойошмалар саммитында ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Тажикстандың Дүшәмбе ҡалаһында үткән саммитта егерме ете дәүләт һәм ун өс күҙәтеүсе ойошма ҡатнашҡан.

Сығыш яһаусылар Азияла үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, наркотиктар ташыуға, дини экстремизмға, терроризмға ҡаршы көрәш мәсьәләләрен ҡараны.
Владимир Путин саммит сиктәрендә Беларусь Президенты Алексадр Лукашенко, Иран башлығы Хәсән Роухани һәм башҡалар менән осрашты. Ҡытай Халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпинды тыуған көнө менән ҡотланы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: