Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 11:11

Владимир Путин Японияға йыйына. Осакала АҠШ президенты Дональд Трамп менән осрашыу булырмы?

Мәғлүм булыуынса, июнь аҙағында Японияның Осака утрауында донъяның иҡтисади яҡтан иң алдынғы 20 иле башлыҡтары осрашасаҡ. Иң ҡыҙығы шул, Путин менән Трамп был юлы осрашып һөйләшә алырмы? Сөнки былтыр үткән ошондай саммитта ике президент бер-береһенә һүҙ ҡушырлыҡ та форсат таба алманы.

Ике дәүләт араһында һөйләшеп аңлашыуға ихтыяж бар. Мәҫәлән, ҡоралһыҙланыу, Сирияла, Украинала хәлдәр ҡатмарлы. Үткән айҙа Трамп Мәскәүгә үҙе шылтыратып, өмөтләнерлек тәҡдимдәр әйткәйне. Әлегә ике яҡтан да төрлө фекерҙәр ишетелеп ҡуя.
Һуңғы хәбәр былайыраҡ, ике президент Японияла һис шикһеҙ осрашасаҡ, “аяҡ өҫтө” булһа ла үҙ-ара фекер алышасаҡ. Ай-һай, еңелсә генә һөйләшеү фәһемле булырмы икән? Бер өҫтәл артына ултырып, сәй, йәки ҡәһүә эсеп, хәл белешеп, һөйләшеүгә етәме һуң инде?

Читайте нас: