Рәсәй һуңғы йылдарҙа донъяла иң күп иген етештергән һәм баҙарға сығарған илдәр сафына баҫты. Былтыр, мәҫәлән, барлығы 40 миллион тоннаға яҡын иген һатылған һәм 32 миллиард долларға тиклем табыш алынған. Хәҙер күпселек илдәр АҠШ игененең ҡиммәтлегенә һылтанып Рәсәй игененә өҫтөнлөк бирә.
Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Милли проект үҙ эсенә биш федераль тармаҡты ала. Шулар араһында агросәнәғәт продукцияһын экспортлау, ташыуҙы ойоштороу, хеҙмәттәшлек, экспортты дәртләндереү төп урындарҙы биләй.
Беҙҙә баҙарға сығарырлыҡ иген етерлек. Үҙеңдән артып ҡалғанды баҙарға сығармайынса булмай. Ләкин беҙ әлегә артыҡ игенде сифатлы һаҡлауҙы, уны экспортҡа әҙерләүҙе, ташыуҙы ойоштороуҙы юғары кимәлдә атҡара белмәйбеҙ.
Быйылғы сәсеүҙәр уңышлы тамамланды, ямғырҙар яуып тора, игендәр уңыр тип өмөт итә баҫыу эшсәндәре. Хәҙер беҙгә юғалтыуһыҙ йыйып алырға һәм баҙарҙа сауҙа итергә өйрәнергә кәрәк.