Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 11:36

Хәйерлегә булһын, Рәсәй ҡаҙнаһы байыны. Тик беҙгә өлөш сығырмы икән?

Рәсәй иҡтисады тотороҡло үҫеш юлында. Быны раҫларлыҡ дәлилдәр тос һәм фәһемле. Бынан биш йыл элек, йәғни санкцияларға тиклем Рәсәйҙең алтын-валюта резервтары 510,5 миллиард доллар тәшкил иткән. Хәтерләйһегеҙҙер, санкциялар, иҡтисади көрсөк кеҫәләрҙе тырнарға мәжбүр итте, резервтар 388 миллиард долларға тиклем кәмене, дошмандарыбыҙ тантанаһын йәшермәне.

Июндә, һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр алтын-валюта резервтары 502,7 миллиард долларға тиклем күтәрелде. Был нимә хаҡында һөйләй? Иҡтисад үҫә, ил нығына, хөкүмәт социаль йөкләмәләрен теүәл үтәй.
Рәсәйҙә рәсми рәүештә 19 миллион самаһы аҙ тәьмин ителгәндәр теркәлгән, улар етди ярҙамға мохтаж. Яңыраҡ Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илдә аҙ тәьмин ителгәндәр һаны 400 меңгә кәмене тип иғлан итте. Ифрат шәп. Тик был һандың нисек иҫәпләнгәнен чиновник ханым аңлатмай.
Финанс министры Антон Силуанов та ошо аҙнала ҡыуандырҙы, ҡаҙнаның профициты (килемдең сығымдарҙан артыҡ өлөшө) 650 миллиард һумға еткән. Быныһы ла шәп. Ә был һандарҙың ябай халыҡҡа, шул уҡ аҙ тәьмин ителгәндәргә (уф, әйттерәһегеҙ инде, бөлгөнлөктә йәшәгәндәр тип аңлағыҙ) ниндәй фәтүәһе бар һуң? Халыҡ түҙҙе, санкцияларҙы ла күтәрҙе, Ҡырым өсөн дә ҡыуанды, юғарылағылар теләгәнсә һайлауҙарҙа тауыш та бирҙе. Һуң, шуларҙың эш хаҡын, пенсияларын бер аҙ күтәрергә ваҡыт етмәнеме?
Читайте нас: