РФ Президенты Владимир Путин ғаиләләргә торлаҡ алыуға, торлаҡ төҙөүгә льготалы ипотека биреү тәртибен, әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен яңынан ҡарарға ҡушты.
Әгәр дәүләт башлығының тәҡдимдәре теүәл үтәлһә, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә льготалы ипотека торлаҡ кредиты биреләсәк, Рәсәйҙә уҡыусы сит ил граждандарына, ҡырҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙға уҡыу өсөн йыллыҡ квоталар арттырыласаҡ, тип фараз ителә.