Рәсәйҙә тыуымдың тотороҡло кәмеүе күҙәтелә. Әгәр эштәр былай барһа, яҡын йылдарҙа ил халҡының 3 миллионға тиклем кәмеүе ихтимал. Дөрөҫ, әлегә хәлдәр аҙмы-күпме ҡәнәғәтләнерлек. Ил халҡының һаны мигранттар иҫәбенә һаҡлана.
“Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы анализлағанда Рәсәй төбәктәренең өлгөһөн өйрәнеү ҙә артыҡ булмаҫ ине. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда ғинуар-май айҙарында 17593 сабый тыуған. Был һандар былтырғынан аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта төбәктең 9 районында яңы тыуған сабыйҙар һаны артҡан. Ыңғай күрһәткес Саҡмағош районында (13,3 процент), Стәрлетамаҡта (10,7 процент), Асҡында (8,8 прооцент), Дыуанда һәм Әлшәйҙә (6,5), Илештә (5,7), Күгәрсендә (4,6), Йәрмәкәйҙә (2,5), Өфө районында (1 процент). Ә бына Нуриман һәм Бүздәк райондарында яңы тыуған сабыйҙар һаны былтырғы кимәлдә ҡалған. Өфө ҡалаһының Дим, Ленин, Октябрь райондарында ла тыуым артҡан.