Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 11:05

Беҙҙе “Евразия йөрәге” йыйҙы. Байрамдың сағыу биҙәктәре.

Кисә республика халҡы өс байрам – Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуған көнө, Өфө ҡалаһы көнөн билдәләне. Тантаналарҙың төп саралары Өфөлә үтте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров иртән Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында фонтанлы яңы сәғәт эш башланы.

Башҡорт академия драма театрынан башланған “Милли кейемдәр парады”нда ҡатнашыусы меңдәрсә кеше “Торатау” конгресс-холл эргәһендәге тәбиғи амфитеатрҙа йыйылды һәм “Евразия йөрәге” концертына тамаша ҡылды.
“Ватан” этнопаркында асылған концерт төнгә тиклем дауам итте һәм фейерверк менән тамамланды. Һеҙгә тәҡдим иткән фотоһүрәттәрҙә байрамдың иң сағыу мәлдәре.
Быйылғы байрамдың “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтеүен иҫкә төшөрөү ҙә артыҡ булмаҫ.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Читайте нас: