Хәбәр итеүебеҙсә, XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһы 82 миллиард һумлыҡ 24 инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Былтыр, мәҫәлән, 30 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлгән.
Инвестицион килешеүҙәр проекттары йөктәр ташыу паркы ойоштороуға, тимер юл сосставтарын ремонтлауға, ҡояш электр станциялары төҙөүгә, роботлаштырылған пункттар системалары йыйыу заводы төҙөүгә, энергия һаҡлауға, өр-яңы производстволар асыуға йүнәлтелгән.
Милли проектарҙы тормошҡа ашырыуҙа “Һаҡлыҡ банкыһы” “Уралсиб” менән торлаҡ проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән килешеүҙәр республика халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап эшләнде. “Камаз” менән төҙөлгән килешеү республикабыҙҙа “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.
Төҙөлгән килешеүҙәр проекттарын тормошҡа ашырыу яҡын йылдарҙа өс меңләп кешене эш урындары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан