Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 11:02

Эшҡыуарлыҡ ҡаҙнаны байытһын өсөн. Тармаҡты үҫтереү өсөн алты йылда 2,1 миллиард һум бүленәсәк.

“Бәләкәй һәм Урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, иҡтисадты үҫтерелек эштәр ҡаралған. Тармаҡты финанслау кимәле алты йылда 2,1 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаның 250 миллион һум самаһы эшҡыуарҙарға быйыл бүленәсәк.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Коммерсант” гәзитенә биргән интервьюһында: “Башҡортостанда “Минең бизнес” үҙәге эшләй башланы. Унда Бәләкәй һәм Урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларын күп яҡлы хеҙмәтләндереү ҡаралған. “Минең базнес”ты киңәйтеү, “Эш урындары булдырыу” программаларын тормошҡа ашырыу өсөн 139 миллион һум аҡса ҡаралған”, – тип билдәләне.
Йыл башына Бәләкәй һәм Урта эшҡыуарлыҡтың 140 мең субъекты теркәлгән. Улар урындағы ҡаҙналарға үҙ өлөштәрен индерә. Эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – 4-се, Рәсәйҙә 12-се урынды биләй.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: