Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ менән “Беренсе”, “Рәсәй-1”, “Рәсәй-24”, “НТВ”, “ОТР”, “Мир” телеканалдары, “Маяк”, “Вести-ФМ”, “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша аралашасаҡ. Һорауҙарҙы төрлө бәйләнеш саралары аша бөгөндән ебәрергә мөмкин.
“Тура эфир” 20 июндә Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башланасаҡ.
Дәүләт башлығының халыҡ менән туранан-тура аралашыуы һәр йыл һайын үткәрелә. Һөйләшеү алдан әҙерлекһеҙ, көтөлмәгән һорауҙарға бай булыуы менән айырылып тора. Бөгөн илдәге сәйәси хәлгә төрлө күҙлектән сығып баһа бирергә мөмкин. Шуныһы асыҡ: күпселек халыҡтың йәшәү рәүешенең яҡшырыуын теләй, Хөкүмәттән аныҡ аҙымдар көтә, тотороҡлолоҡтоң нығыныуына өмөт итә.
Әлбиттә, хәҙерге тормошто 2000-се йылдарға тиклемге аҡсаһыҙлыҡ, билдәһеҙлек, олигархтарҙың ҡотороуы осоро менән сағыштырыу мөмкин түгел. Рәсәй нығынды, донъя кимәлендә абруйы күтәрелде, ябай халыҡ тураһында ла хәстәрләргә ваҡыт еткәндер. Көрсөк мәңгелек түгел, ул бөгөн бар, иртәгә – юҡ.
Беҙгә ҡалһа, һорауҙар төрлө йүнәлештә булмаҡсы. Быйыл Владимир Путиндың властҡа килеүенә лә 20 йыл. Ул хәҙер элекке, Петербургтан яңы килгән Путин түгел инде. Көслө, тәжрибәле, иң абруйлы сағы. Иң ауыр һорауҙарға ла тапҡыр яуабын табыр, тыңлаусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалыр. Шулай булғас, алда беҙҙе яҡшы һәм лайыҡлы тормош көтә, тип өмөт итәйек.