XXIII Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы тамамланды, ҡайһы бер һығымталар яһарға ла ваҡыт. Эксперттар быйылғы иҡтисади форумды иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләргә өлгөрҙө инде. Ошо хаҡта һандар һәм миҫалдар ҙа һөйләй. Форум сиктәрендә 3,1 триллион һумлыҡ төрлө кимәлдәге инвестицион килешеүҙәр төҙөлгән. Форум эшендә 145 илдән өс меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан һәм һөйләшеүҙәр алып барған. Иң күп бизнесмендар – Ҡытайҙан һәм АҠШ-тан. РФ Президенты Владимир Путиндың пленар ултырыштағы сығышы форумдың иң сағыуы, тип билдәләнгән.
Үткән аҙнала яҙыуыбыҙса, Башҡортостан делегацияһы форумда иң әүҙемдәрҙең береһе булды, барлығы 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәре төҙөлгән. Башҡортостан инвестиция мөхитенең йәлеп итеү һәләте буйынса былтырғы 23-сө урындан быйыл 16-сы урынға күтәрелгән. Тимәк, республиканың киләсәге ҙур, яңы килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге бар.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан